ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
19 Ғинуар 2022, 10:37

Республика мәктәптәрендә коронавирус йоҡтороу осраҡтары теркәлә

-

Республика мәктәптәрендә коронавирус йоҡтороу осраҡтары теркәләРеспублика мәктәптәрендә коронавирус йоҡтороу осраҡтары теркәлә
Республика мәктәптәрендә коронавирус йоҡтороу осраҡтары теркәлә

Республиканың Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, яңы йыл каникулдарына тиклем белем биреү учреждениеларында COVID-19 йоҡтороу осраҡтары кәмеһә, хәҙер бер нисә осраҡ теркәлә.

«Кластарҙа сирле бала асыҡланһа, карантин индерелә, ләкин мәктәптәрҙе япмайбыҙ. Балалар тыныс ҡына уҡыһын», – тине ул.

«Омикрон»ға анализ биреп буламы, тип һораһалар, ғәжәпләнәм, сөнки карантин ваҡыты ике тапҡырға кәмерәк - бер аҙна ғына, тип билдәләне Анна Казак.

«Граждандарға ниндәй штам менән сирләүҙе белеүҙән мәғәнә юҡ. Дауалау алымы шул уҡ», - тине Казак.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас