ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
19 Ғинуар 2022, 06:12

Коронавирус сикләүҙәре менән риза булмаған яҡташыбыҙ эш биреүсене судҡа биргән

-

Коронавирус сикләүҙәре менән риза булмаған яҡташыбыҙ эш биреүсене судҡа биргәнКоронавирус сикләүҙәре менән риза булмаған яҡташыбыҙ эш биреүсене судҡа биргән
Коронавирус сикләүҙәре менән риза булмаған яҡташыбыҙ эш биреүсене судҡа биргән

Башҡортостанда нефть компанияһы водителе эштән ситләтелгән. 2021 йылдың 25 октябрендә начальник 1 ноябргә тиклем прививка яһатырға кәрәклеге хаҡында әйткән.

Әгәр хеҙмәткәр ошо ваҡытҡа документтарын килтереп өлгөрмәһә, эштән ситләтелә, хеҙмәт хаҡы ла һаҡланмай, тип иҫкәрткәндәр. Водитель вакцинациянан баш тартҡан, табип сере булған мәғлүмәттәрҙе башҡаларға тапшырыу менән риза түгелмен тип ғариза яҙған.

17 ноябрҙә ул эштән ситләтелгән. Шунан һуң ир эштән ситләтеү тураһында бойороҡто законһыҙ тип таныһындар һәм хеҙмәт хаҡы, аҡсалата компенсация түләһендәр өсөн судҡа биргән. Судта ул, прививканан баш тартыу - үҙ ихтыярым, тигән. Әйткәндәй, уның вакцина яһатыуға ҡаршы медицина тыйыуҙары юҡ.

Хеҙмәткәр судта еңелгән, сөнки уны эштән ситләткән ваҡытта эш биреүсе ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарына ярашлы эш иткән.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас