

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһының яңы көс менән күтәрелеүе күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡтороуҙың 30726 осрағы теркәлгән. Үлем кимәле бер аҙ түбәнәйгән, тәүлек эсендә 670 кеше вафат булған.
Эксперттар сир үҫешен “омикрон” штамы таралыуы менән бәйләй. Вирусологтар әйтеүенсә, ул коронавирустың башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда күпкә йоғошлораҡ. “Роспотребнадзор” был яңы тулҡында көн һайын сирлеләрҙең 100 меңдән ашасағын күҙаллай.
Белгестәр фекеренсә, ғинуар аҙағында “омикрон” дауылдай ябырыласаҡ һәм йәйгә тиклем хакимлыҡ итәсәк. Пандемия башланғандан алып Рәсәйҙә сирҙе йоҡтороуҙың 10 834 260 осрағы теркәлгән, 321 990 пациент вафат булған.
Әле һәр ил эпидемиологик хәлдең көсәйеүенә юл ҡуймау өсөн төрлө юлдар эҙләй, алымдар ҡуллана. Мәҫәлән, Ҡытай 4 февралдә башланасаҡ Ҡышҡы Олимпиадала коронавирус пландарҙы боҙмаһын өсөн бөтә сараларҙы күрә.
Ҡытайҙа тәртиптең ҡаты икәне һәр кемгә мәғлүм. 15 ғинуарҙа офис бинаһында яңы штамм йоҡторған берәүҙе асыҡлау менән бинаны мисәтләп ябып та ҡуйғандар. Офиста булған һәр кемгә ковидҡа тест бирергә ҡушылған. Барыһы ла бинаға ябылған, төндәрҙе һәйбәт үткәреү өсөн юрған-мендәрҙәр килтерелгән. Уларҙың офиста күпме йәшәйәсәге билдәһеҙ. Бына шундай сиккә еткерҙе пандемия.
Һәр хәлдә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, беҙҙең ышаныслы ярҙамсыбыҙ бар, ул – вакцина.
Фото:bbc.com