ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Ғинуар 2022, 16:33

"Үкенеп бөтә алмайым: апайым вафат булды"

Белгән һәм яратҡан, хөрмәт иткән кешеләр яҡты донъяны ташлап киткәндә, күңелдәге ауыр кисерештәрҙе аңлатып та, еңеләйтеп тә булмай...

"Үкенеп бөтә алмайым: апайым вафат булды""Үкенеп бөтә алмайым: апайым вафат булды"
"Үкенеп бөтә алмайым: апайым вафат булды"

Яңыраҡ яҡынын юғалтҡан Гөлсөм һуңғы көнгәсә яҡшыға өмөтләнһә лә, сир аяуһыҙ  булып сыҡҡан: табиптарҙың тырышыуына ҡарамаҫтан, яҡыны вафат булған.

“Вакцина яһатыу тураһында һүҙ сыҡҡанда, апайым ҡырҡа ҡаршы булды, бығаса  юғары ҡан баҫымынан яфаланғас,  коронавирустан прививка килешмәҫ тип ҡурҡты. Ләкин уға ковидтан нығыраҡ ҡурҡырға булған да бит... Таныштарына ҡунаҡҡа барғанда коронавирус йоҡторған. Бик оҙаҡ дауаханала ятты, пневмония бар үпкәһен ялмап алды. Үкенеп бөтә алмайым: ваҡытында өгөтлөп түгел, әрләп вакцинациялауға алып барырға булған”, - ти ҡара ҡайғыға батҡан Гөлсөм.

Апаһының иһә күпме пландары тормошҡа ашмай ҡалған! Йәшәүҙе яратҡан, асыҡ күңелле, сағыштырмаса йәш ханымдың ваҡытһыҙ гүргә инеүе үтә үкенесле, әлбиттә.

Һуңғы ваҡытта барлыҡ донъяны ялмап алған һәм йәшәйеш ҡанундарын үҙгәрткән коронавирус пандемияһы хаҡында төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә. Ул ғына түгел, бәғзе белгестәрҙән, аяуһыҙ сирҙең бер нисә “тулҡынынан” һуң, ниһайәт, вирус көсһөҙләнәсәк һәм ҡәҙимге күренешкә әйләнәсәк, тиҙҙән бар донъя иркен тын аласаҡ тигәнерәк оптимистик фараздар ҙа яңғырағайны.

Әммә серле коронавирустың үҙ ҡанундары: донъя селтәрендәге яңылыҡтар буйынса ул көсһөҙләнергә уйламай ҙа, киреһенсә, яңынан-яңы мутациялар сүрәтендә халыҡ араһында таралыуын дауам итә һәм ауыр эҙемтәләргә килтерә. Мәҫәлән, былтыр йыл аҙағында Көньяҡ Африкала коронавирустың өр-яңы төрө асыҡланды һәм уға “омикрон” тигән исем бирелде.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәтендә ил Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында был темаға ҡағылышлы махсус кәңәшмә үтте, вице-премьер Татьяна Голикова Рәсәйҙә ковид менән сирләүҙең күтәрелеше буласаҡ һәм был тап яңы "омикрон" штамы таралыуға бәйле, тип белдерҙе. Ил етәксеһе иһә эпидемияның яңы тулҡынына әҙерләнеү өсөн бер-ике аҙна самаһы ваҡыт барлығын, Хөкүмәт иһә яңы саралар планын бер аҙна эсендә әҙерләп бөтәсәген белдерҙе.

Унан тыш,  медицина белгестәре лә, ил етәкселеге лә шуны аңлай: “омикрон”ды тәүге сиратта, ғәҙәттегәсә, Мәскәү һәм эргә-тирәләге биләмәләр ҡаршы аласаҡ. Баш ҡала мэры Сергей Собянин бер аҙна-ун көн самаһы эсендә сирләүселәр һаны ҡырҡа артасаҡ, тип иҫәпләй.

Президент  иһә коронавирусты асыҡлаусы тест яһау күләмен арттырырға саҡыра: был ғәмәл оҙайлы Яңы йыл  каникулы ваҡытында һәм унан һуң һүлпәнәйеп ҡалған. Унан тыш, прививка яһау компанияһын әүҙемләштереү ҙә фарыз.

Мәғлүм булыуынса, коронавирустың "омикрон" штамы йәки фәнни тел менән атағанда, B.1.1.529, Ботсванала һәм Көньяҡ  Африкала ноябрь башында асыҡланған. Уны әлеге ваҡытта донъяның барлыҡ илдәрендә лә тиерлек асыҡлайҙар, “дельта”нан тиҙерәк таралғанын һәм өҫтөнлөклө штамға әүерелеүен билдәләйҙәр.

Белгестәр бер тауыштан вакцинациялау коронавирустан һаҡланыуҙың төп юлы булып ҡала, тип иҫкәртә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко әйтеүенсә, COVID-19 менән сирләүселәр араһында прививка яһатҡандарҙың һаны дүрт проценттан артмай, стационарға эләккәндәрҙең күпселеге прививка яһатмаған.

“Омикрон” геномында илленән ашыу мутация бар, улар тулыһынса тикшерелеп бөтөлмәгән һәм ниндәйҙер һығымталар яһарға иртә. Нисек кенә булмаһын, бер хәҡиҡәт билдәле: аяуһыҙ сирҙән ҡотолам тиһәгеҙ, коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтергә кәрәк.

Пульмонолог, медицина фәндәре кандидаты, Өфөнөң 13-сө клиник дауа­ханаһының пульмонология бүлеге мөдире Альберт Марсель улы МИРХӘЙҘӘРОВ – эпидемияның  тәүге көндәренән баш ҡалалағы ковид госпиталдәренең береһендә алғы һыҙыҡта ҡәһәрле сир коронавирусҡа ҡаршы көрәшкәндәрҙең береһе. Ул ошо осор хаҡында фекере менән уртаҡлашты.

– Ысынлап та, 2020 йылда мин тәүге­ләрҙән булып коронавирус менән сирләгән кешеләр өсөн махсус ойошторолған йоғошло ауырыуҙар госпиталенә эшкә тәғәйен­ләндем. Республика етәкселеге ҡарары менән баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге дауахана госпиталгә ярашлы профилен үҙгәрткәс, заманса ҡорамалдар, техника менән йыһазлан­дырылды, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары менән дә өҫтәмә рәүештә тәьмин ителде.

COVID-госпиталдә эш башлағас, табип-пульмонолог булараҡ, был сир менән тәү сиратта профессиональ йәһәттән ҡыҙыҡһындым. Быға тиклем медицина әҙәбиәтендә төрлө пневмонияларҙың билдә­ләре, киҫкенләшеү сәбәп­тәре, шул иҫәптән коро­навирустың характеристикаһы, уның ҡатмарлы стадияһы билдәләре, COVID-19 менән сирләүселәрҙе дауалау буйынса тәҡдимдәр бар ине, әлбиттә. Шулай ҙа теория менән ғәмәлдәге хәл барыбер икенсерәк була, шуға ла белемемде тәжрибә менән нығытыу теләге тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта пульмонологтар ҡәҙимге эш барышында пневмонияларҙың төрҙәрен йыш дауалай һәм уларҙың сәбәптәре булып шулай уҡ төрлө вирустар тора. Был эштә тап пульмонологтарҙың, белгес булараҡ, ҡатнашыуы – бөгөнгө ихтыяж ул.

Коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүгә килгәндә, беҙҙең медицина белгестәре, табиптар, урта звено медицина хеҙмәт­кәрҙәре һәр йәһәттән ҡаһарман­лыҡ күрһәтте һәм әле лә күр­һәтә, коронавирусты уңышлы дауалап була икәнлекте көндә­лек тынғыһыҙ эш менән иҫбатлай. Әлеге ваҡытта коронавирустың сираттағы штамы килә тинеләр. Һис шикһеҙ, табиптар өсөн был - сираттағы һынау һәм көсөргәнеш. Әммә хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәренең тәжрибәһе һәм белеме былтырғы йылдар менән сағыштырғанда бермә-бер артты, шуға ла коронавирустың яңы тулҡынын әҙерлек менән ҡаршы алабыҙ, тип әйтергә мөмкин. Унан тыш, барыһына ла прививка ҡаҙатыу мәсьәләһенә етди ҡарарға саҡырам. Ковидтың ауыр эҙемтәләренән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы – ваҡытында вакцина яһатыу, – ти Альберт Марсель улы.

 

 

 

 

Фото: rbk.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-15/kenep-b-t-almayym-apayym-vafat-buldy-2655400
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас