

Кәүҙәһен төҙ тотоп, олпат баҫып йөрөгән, һәр ваҡыт позитив ҡарашлы Васил Һөйөндөков үҙ йәшенән йәшерәк тә күренә. “Бының сере даими хәрәкәттә булыуҙа. 80-де артмаҡланым тип тормайым, скандинавса йөрөйөм, һәр ваҡыт нимәлер эшләргә тырышам. Көн дә 3 саҡрым йәйәүләп үтәм. Диванда ятып, телевизор текләп ятыу минең шөғөл түгел”,--ти Һамар ауылында йәшәүсе Васил Фазылйән улы.
--Йәйәү йөрөү миңә бала саҡтан эләкте. Уҡыған саҡта ла башланғыс кластарҙа йәйәүләп, урта мәктәптә саңғыла елдерә инек. Саңғы ярыштарында ла йыш ҡатнаштым, призлы урындар ҙа яуланым. Аҙаҡ ветеринар табип булып эшләгәндә лә күп йөрөргә тура килде. Хәҙер хаҡлы ялда булһам да, һуңғы 20 йылда көн дә иртәнсәк өс саҡрым йәйәү атлап, гимнастика эшләүҙе ғәҙәтемә индергәнмен. Иртән көн дә шулай йөрөү яҡшы кәйеф һәм тәнгә сихәт килтерә. Кискеһен дә саф һауала йөрөп килеүҙе хуп күрәм. Һуңғы йылдарҙа спорттың тағы ла бер төрөн—таяҡ менән скандинавса йөрөүҙе лә үҙләштерҙем. Ул бигерәк тә ололар өсөн файҙалы,--ти Васил ағай.
Бына 6 йыл инде скандинавса йөрөгән ағайҙан был шөғөлдөң файҙалы яҡтары тураһында һөйләүен һорағас, ул: “Хәрәкәт ваҡытында мейелә ҡан әйләнеше яҡшыра, йөрәккә көс инә, ҡан тамырҙары нығына, нервылар тыныслана, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотҡара, артыу ауырлыҡ кәмей, хәрәкәт ышаныслы булып китә, үпкә кислород менән туйына, дөйөм алғанда, организм нығына, йәшәрә”,--тип яуапланы.
--Скандинавса йөрөргә теләгәндәргә, алдан гимнастика эшләп, тәнде яҙып алырға кәңәш итәм. Тағы ла хәл бөткәнсе йөрөргә ярамай. Яңы башлағандарға тәүҙә 15 минут та етә. Атлап килгәс шунда уҡ туҡтарға ла ярамай. Уны талғын физик күнекмәләр менән тамамлау зарур. Тәүҙә тәрән тын алып, шунан таяҡтар ярҙамында төрлө күнегеүҙәр яһап алығыҙ. Минең фекеремсә, таяҡтар менән йөрөгәндә арҡа һәм яуырын мускулдары тирләп нығый. Аяҡ быуындары ауыртып яфаланғандар өсөн күнекмәләр үтә файҙалы”,--тип кәңәш итә Васил Һөйөндөков.
Сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған ветерандың үҙ тәҡдиме лә бар.
--Баш ҡалабыҙ Өфөлә скандинавса атлау буйынса клуб эшләй. Саҡмағош районында ла спорт мәктәбе ололар менән шөғөлләнә. Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Сибай ҡалаларында скандинавса атлау буйанса оҫталыҡ дәрестәре, күнекмәләр өйрәтәләр. Шуға күрә, Аҡъяр, Бүребай, Һамар, Өфө, Әбеш, Сиҙәм, Подольск кеүек ҙур мәктәптәрҙең физкультура уҡытыусылары теләгәндәр өсөн сәләмәтлек клубы булдырып, скандинавса йөрөргә өйрәтһә яҡшы булыр ине. Унан инде өйрәнгәс, ауылдарҙа сәләмәт тормош алып барыусылар ауыл-ара, хатта район кимәлендә ярыштар ойошторорға булыр ине, --тине ул.
Васил Һөйөндөков ҡулдан таяҡтарҙы төшөрмәҫкә тәҡдим итә. “Скандинавса йөрөү ябай, әммә һөҙөмтәле спорт төрө. Иң мөһиме, файҙаһы ифрат ҙур. Ул һеҙгә һаулыҡ һаҡларға һәм оҙаҡ йәшәргә ярҙам итер”,--ти ветеран.