

Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирустың яңы төрө Танзаниянан һәм Төркиәнән ҡайтҡан туристарҙа асыҡланған. Икәүһе - Танзанияла, Ырымбурҙа йәшәгән ханым ейәндәре менән Төркиәлә ял иткән. Барыһы ла Өфө аэропортына килеп төшкән.
«Омикрон» йоҡторған сирлеләр дауаханаға оҙатылған, уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек.
Улар менән бәйләнештә булғандарҙың бөтәһе лә, шул иҫәптән рейс пассажирҙары, пилоттар һәм ғаилә ағзалары изоляцияла ултыра. Барыһы ла табиптар күҙәтеүендә.
Уларға көн һайын коронавирус инфекцияһына тест үткәрелә.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар