

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл әлегә бер ни тиклем тотороҡланды тип әйткәйнек. Тик вакцинация темптарын кәметергә ярамай. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кешеләрҙе коронавирустан вакцинациялау эшен көсәйтергә ҡушты. Аңлашыла, оҙайлы байрам көндәрендә прививка яһатыу темпы кәмене.
Һәр муниципалитет башлығына 15 февралдә үҙенең ҡала һәм районында вакцинация буйынса отчет бирергә ҡушылды. Тәүҙә был көн 1 февралгә билдәләнгәйне.
“Яңы йыл байрамдары осоронда вакцинация темптары кәмене. Быны иҫәптә тотоп, беҙ планды февралдә түгел, ә июлдә генә үтәй аласаҡбыҙ”, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
– Улай бармай. Ошоға бәйле муниципалитет башлыҡтарына вакцинация буйынса юл картаһын төҙәтеүҙе һорайым. Был айырыуса артта ҡалған райондарға ҡағыла, – тине Радий Хәбиров. – Яңы йыл байрамдарында көнөнә прививка ҡуйҙырғандар һаны 1-2 меңгә тиклем кәмене. Беҙгә бөтәһе 200 мең самаһы кешегә вакцина яһатырға кәрәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 2 205 618 кеше һалдырған (тейеш кешеләрҙең 88 проценты). Тулыһынса был процедураны 2 075 366 кеше тамамлаған (83 процент).
Фото:dw.com