

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы съезында белдереүенсә, прививка яһатҡандарҙың ни бары 3,9 проценты ғына сирҙе йоҡтора, ә стационарҙарға 1,7 проценттан да күп булмаған өлөшө эләгә.
“Беҙ хәҙер вакцина яһатҡан һәм ревакцинация үткән пациенттарҙың һирәгерәк ауырыуын һәм дауаханаларҙа һирәк дауаланыуын күрәбеҙ,”– тип, министр һүҙҙәрен һандар менән нығытты.
Коронавирустан вакцина яһатыу илдең бөтә төбәктәрендә лә дауам итә. Шул иҫәптән Башҡортостанда ла. Вакцинаның тәүге компонентын 2,1 миллиондан ашыу кеше яһатҡан, икенсеһен –1,91 миллион кеше.
Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар һаны бер аҙ кәмегән – 498 кеше. Ошо ваҡытта 507 ауырыу һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 28 пациент вафат булған, барлығы 4044 кешенең сирҙе еңә алмауы билдәле.
Фото: BashNews