

Аҡъяр үҙәк район дауаханыһының иң йәш белгестәренең береһе – Ләйсән Рәхмәтуллина. «Беҙ – табиптар династияһы, шуға минең алдымда һөнәр һайлау проблемаһы булманы», – ти ул. Уның атаһы Тәлғәт Рәфҡәт улы “Һаҡмар” шифаханаһының баш табибы, әсәһе Гүзәл Рифхәт ҡыҙы – ошонда уҡ участка терапевы. Ҡартатаһы Рәфҡәт Фазулла улы Рәхмәтуллин табип-рентгенолог, ҡартәсәһе Зәлифә Фәтхулла шәфҡәт туташы булыш эшләгән. Өләсәһе Гөлйыһан Миңнәр улы Нагаева шулай уҡ медицина тармағын һайлаған һәм баш ҡаланың Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында табип-рентгенолог була. Йәш белгестең яҡындары уға һәр ваҡыт үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашып, мөһим кәңәштәр бирә.
Ләйсән Тәлғәт ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина университетының “дауалау эше” бүлеген тамамлағас, тыуған районына эшкә ҡайта. Бер үк ваҡытта ординатурала белем ала. Уның хеҙмәт юлының башы коронавирус менән сирләүселәр күбәйгән ҡатмарлы осорға тура килә. Пациенттар башлыса йөрәк-ҡан тамырҙары һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәре, остеохондроз, үпкә ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итә. Әле лә ошо мәкерле сиргә ҡаршы көрәш дауам итә. Ковид-19-ға ҡаршы вакцинациялау ҙа участка терапевтары иңендә.