ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Ғинуар 2022, 08:00

Ошо һөнәрҙе һайлауына үкенмәй

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы медиктары яңы йыл байрамдарында ла пациенттарҙы ҡабул итә

Ошо һөнәрҙе һайлауына үкенмәйОшо һөнәрҙе һайлауына үкенмәй
Ошо һөнәрҙе һайлауына үкенмәй

Участка терапевының эше еңелдәрҙән түгел. Бында иң мөһиме – һәр пациент менән уртаҡ тел таба белеү. Һәр кемде иғтибар менән тыңлай, ауырыуҙа өмөт уята, уны тынысландыра... Тап ошо һүҙҙәр менән табип-терапевт Фирүзә Суринаны һүрәтләргә була. Ул 2018 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының “дауалау эше” бүлеген тамамлай. Тыуған районына ҡайтып, Өфө ауылында Матрай ауыл табип амбулаторияһында участка терапевы булып эшләй башлай. Коронавирус пандемияһы осоронда район үҙәге дауаханаһына эшкә күсерелә һәм бөгөнгө көнгә тиклем бында участка терапевы булып эшләй. Уның участкаһына Аҡъяр ауылының бер нисә урамдары, Ғәлиәхмәт, Урыҫбай, Аҡъюл, Аҡнаҙар, Һамар һәм Хворостянка ауылдары инә.

Һөнәрен ярата, пациенттар менән ипле мөғәмәлә итә. Бында тәүәккәллек тә, стресҡа ҡаршы тора белеү ҙә кәрәк. Һайлаған һөнәренең үтә лә яуаплы икәнен белһә лә, ул тап ошо профессияны һайлағанына һис үкенмәй. Шуны әйтергә кәрәк, ул мәктәптә уҡыған саҡта уҡ табип булырға хыялланған.

Медицина фәне урында тормай, тотороҡло алға бара. Фирүзә Фирғәт ҡыҙы ла һөнәренең барлыҡ яңылыҡтарын белеп торор өсөн һәр саҡ белемен камиллаштырырға тырыша.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас