

Улар алдан билдәләнгән эш графигы буйынса бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итәләр, балалар бүлегендә лә эш контролдә тотола.
--Оҙайлы ял көндәрендә табип-педиатрҙар, шәфҡәт туташтары әүҙем эшләй. Көнөнә 30-40 баланы ҡабул итәбеҙ. Күбеһенсә, юғары температура, тымау, йүткереү, вируслы инфекция менән мөрәжәғәт итәләр. Шуныһы ҡыуаныслы, ниндәйҙер тән йәрәхәте, туңыу йәки бешеү кеүек ҡурҡыныс хәл-ваҡиғалар булманы,--ти баш район педиатры, Аҡъяр дауаханаһының педиатрия бүлеге мөдире, юғары категориялы табип Фәнисә Аҡбулатова.
Светлана Сахно
Автор фотоһы