

Әлбиттә, һәр кем был һорауға үҙенсә яуап бирер. Кемдер өсөн был үҙенең гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәгән кешеләр йәки закон һәм йәмәғәт тәртибе һағында торған полиция хеҙмәткәрҙәре, йәиһә ғүмерен педагогикаға һәм уҡыусыларына бағышлаған ябай уҡытыусылар. Әммә бөгөнгө тормошобоҙҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен дә оноторға ярамай, уларҙың хеҙмәте күҙгә күренеп бармай, ә бит улар башҡаларҙың һаулығы, ғүмере өсөн битараф түгел һәм ниндәй генә осраҡта ла үҙ бурысын атҡарыуҙы өҫтөн күрә.
Уҙған йылда Республика көнө һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында Хәйбулла халҡының һаулығы һағында тороусы медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемгә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының паллиатив медицина ярҙамы буйынса бүлек мөдире Розалиә Әхтәмова лайыҡ булды. Розалия Таһир ҡыҙы – 25 йылдан ашыу ошо хеҙмәтенә тоғро ҡалған табип-анастезиолог-реаниматолог. 1994 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын, ә 1995 йылда Республика балалар клиник дауаханаһында интернатураны тамамлай. Хеҙмәттәштәре уны кисектергеһеҙ хәлдәрҙә лә экстренлы ярҙам күрһәтеүҙә бай тәжрибәгә эйә булған, хирургия операцияларында операция бригадаһы ағзалары менән профессиональ рәүештә килешеп эшләгән юғары квалификациялы белгес булараҡ беләләр.
Юлбарыҫ ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктының фельдшеры Рәсимә Байғужина, поликлиниканың табип-оториноларингологы Гөлназ Һағынбаева, дерматовенеролог табибы кабинетының шәфҡәт туташы Зөлфиә Илбәкова, «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнде.
Ә табип-педиатр Гөлсинә Ҡарабаева һәм Степной ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Әлифә Супанова Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһын алып ҡыуанды.
Йыйылыш барышында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотланы, шулай уҡ шәфҡәт туташы Гүзәлиә Сабитованы республика Һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты менән тәбрикләне.
Эйе, бөгөн яңы коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында аҡ халатлы медицина хеҙмәткәрҙәре ҡыйыулыҡ, түҙемлелек һәм үҙ һөнәрҙәренә тоғролоҡто кәүҙәләндерә. Һәм күпселек медицина хеҙмәткәрҙәре, Гиппократ антына тоғро ҡалып, бөгөн үҙҙәренең сәләмәтлеген генә түгел, ә ғүмерен дә хәүеф аҫтына ҡуйып коронавирусҡа ҡаршы көрәшә. Медицина хеҙмәткәрҙәрен лайыҡлы наградалар менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!