

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында медицина ҡоролмалары яңыртыла.
Мәҫәлән, “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектының Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, былтыр һанлы рентгенаппарат, УЗИ һәм ИВЛ аппараттары алынған.
Модулле ФАП-тар ҙа заманса ҡоролмалар һәм йыһаз менән тәьмин ителгән. Һанлы флюорограф ҡоролмаһы төрлө орган һәм системаларҙы юғары сифатлы тикшереү мөмкинлеген бирә.
#башкирия #медорганизациирб #нацпроект
#нацпроектздравоохранение
#нацпроектРБ
#НацпроектЗдравоохранение02
#ТФОМСРБ
#НСЗ
#медоборудование
#АкъярскаяЦРБ