ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
2 Ғинуар 2022, 11:51

Танауға һалына торған “Спутник V” вакцинаһы сығасаҡ

Коронавирусҡа ҡаршы “Спутник V” вакцинаһының яңы төрөн – танауға һалына торғанын һынау өсөн 15 ғинуарҙан ирекмәндәр йыя башлаясаҡтар.  

Танауға һалына торған “Спутник V” вакцинаһы сығасаҡТанауға һалына торған “Спутник V” вакцинаһы сығасаҡ
Танауға һалына торған “Спутник V” вакцинаһы сығасаҡ

Коронавирусҡа ҡаршы “Спутник V” вакцинаһының яңы төрөн – танауға һалына торғанын һынау өсөн 15 ғинуарҙан ирекмәндәр йыя башлаясаҡтар. Был турала ТАСС мәғлүмәт агентлығы яҙып сыҡты. Гамалея исемендәге үҙәктең директоры Александр Гинцбур ирекмәндәрҙең бер нисә төркөмөн – прививка яһатҡандарын да, яһатмағандарын да йыйырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итә.

Тикшереү сиктәрендә шулай уҡ был вакцинаны ҡулланғандан һуң антиесемдәр кимәлен билдәләү буйынса тест-система ла һыналасаҡ.

Вакцинаның танауға һалына торған төрө 2022 йылдың беренсе кварталында файҙаланыуға сығасаҡ, тип көтөлә. Ул коронавирустың тиҙ таралыусы “омикрон” штамына ҡаршы һөҙөмтәле буласаҡ, ти ғалимдар.

Фото Интернет селтәренән.

 

 

Автор:Альмира Кирәева.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-12-30/tanau-a-alyna-tor-an-sputnik-v-vaktsina-y-sy-asa-2640228
Автор:
Читайте нас