

Башҡортостан Башлығының йыл йомғаҡтарына арналған ҙур интервьюһы мәлендә коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә, вакцинацияға ҙур иғтибар бирелеүе һис тә ғәжәп түгел.
Республика Башлығы ковидҡа ҡаршы прививканың дүртенсе дозаһын ҡабул итеүе тураһында белдерҙе. Ул баштан уҡ вакцинацияның мөһимлеген аңлап ҡабул итеүе тураһында айырып әйтте.
- Минең сирләгем килмәй, сөнки эҙемтәләрен яҡшы беләм. Һәм минең осраҡта тағы бер мотивация бар: өйөмдә бәләкәй балалар булғас, сәләмәт булырға тейешмен, - тине Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ бөгөнгә республикала 2 миллион 178 мең кешенең прививка яһатҡанын, әммә коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн 2 миллион 400-500 мең кешенең вакцина яһатырға тейешлеген билдәләне. “Беҙ был күрһәткескә яҡынлайбыҙ”, - тине ул.
“Омикрон” тураһында һорауға яуап биреп, төбәк Башлығы “ул республикабыҙға ла килеп етәсәк” тип билдәләне.
- Был хаҡтағы мәғлүмәттең төрлө ҡырлы булыуы һағайта. Һис шикһеҙ, ул беҙгә килеп етәсәк. Рәсәйҙә әле үк бар, республикала әлегә уға бәйле осраҡтар теркәлмәне. Республика халҡының күп өлөшө вакцина яһатҡан булыуы беҙҙе көслөрәк итә, - тине ул.
Тура бәйләнештәге әңгәмә барышында Сибайҙа, Туймазыла яңы төҙөлгән ковид-госпиталдәр тураһында ла һүҙ алып барылды.
- Беҙ нисек кенә теләмәһәк тә, был ковид-госпиталдәр коронавирустан кешеләрҙе дауалауға йәлеп ителәсәк тигән һиҙемләү бар. Улар бик тиҙ төҙөлә. Ковид үтеп китһә лә, Сибай менән Туймазы күп профилле яҡшы дауаханаға эйә буласаҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: fbm.ru