ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Декабрь 2021, 10:45

Яңы йыл алдынан шәп бүләк!

 Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов был эште тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.  

Яңы йыл алдынан шәп бүләк!Яңы йыл алдынан шәп бүләк!
Яңы йыл алдынан шәп бүләк!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина -санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү”  федераль проектына ярашлы, Федоровка ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

 Яңы медицина учреждениеһы тулыһынса бөтә стандарттарға һәм санитар нормаларға яуап бирә. Йылытыу, һыу менән тәьмин итеү системалары эшләй, аҙ хәрәкәтләнеүсе кешеләр өсөн пандустар ҡуйылған.

– Модулле ФАП халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү кимәлен арттырасаҡ, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, өлкәндәрҙе диспансерлаштырыу сифатын яҡшыртасаҡ. Федоровка халҡына Яңы йыл байрамы алдынан яҡшы бүләк булды, - тип билдәләне фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. Ул был эште тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-24/ya-y-yyl-aldynan-sh-p-b-l-k-2633539
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас