ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Декабрь 2021, 12:01

Халыҡ менән түгел, енәйәтселәр менән көрәшәбеҙ

Владимир Путин коронавирус менән яңынан сирләгәндәр һәм вакцина яһатҡандарҙың сирләүе тураһындағы фекерен белдерҙе.

Халыҡ менән түгел, енәйәтселәр менән көрәшәбеҙХалыҡ менән түгел, енәйәтселәр менән көрәшәбеҙ
Халыҡ менән түгел, енәйәтселәр менән көрәшәбеҙ

Ил Президенты Владимир Путиндың әлеге ваҡытта тура эфирҙа барған матбуғат конференцияһында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация проблемаһына арналған тағы бер һорау бирелде. Был кешеләрҙең ни өсөн прививка яһатырға теләмәүе һәм уны, бәлки, көсләп эшләтеү саралары тураһында һоранылар.

Владимир Путин белдереүенсә, илдә коронавирусҡа ҡаршы прививка һалдырмаған кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә сикләү саралары күрелмәйәсәк. “Кешеләргә хөрмәт менән ҡарарға кәрәк”, – тине ул.

Шул уҡ ваҡытта был тәңгәлдә хоҡуҡ боҙоусылар менән көрәш бара. Һәм ул дауам итәсәк.

– Хоҡуҡ боҙоусылар менән көрәшергә кәрәк, ә закон буйынса йәшәгән граждандар менән түгел. Эйе, вакцинациялау тураһында ялған сертификаттар эшләйҙәр. Ундай кешеләргә ҡарата 200-ҙән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылды. Улар ике статья буйынса ҡуҙғатыла: ялған документтар эшләү һәм вазифалы енәйәттәр. Эйе, бында көрәшергә кәрәк, ә башҡа осраҡтарҙа – аңлатырға һәм һөйләшергә, – тине Владимир Путин.

Дәүләт башлығы белдереүенсә, коронавирустың яңы тулҡындары вирустың мутацияһына бәйле. Яңынан-яңылары таралып тора. Шуға күрә Владимир Путин фекере буйынса, бөтә донъя буйынса вакциналарҙы танырға һәм таратырға кәрәк. "Башҡаса беҙ уны еңә алмаясаҡбыҙ", - ти ул. Шулай уҡ Владимир Владимирович яңынан сирләгәндәр һәм вакцина яһатҡандарҙың сирләүе тураһында фекерен белдерҙе. 

- Эйе, бер сирләгән кешеләр киренән зарарланған осраҡтар бар. Тик ундайҙар бик әҙ, икенсе тапҡыр кешеләрҙең ни бары бер проценты ғына ауырый. Ә вакцина яһатҡандарҙың - 3-4 проценты. Ә дауаханаларҙа вакцина яһатҡандар бигерәк әҙ. Был - объектив һандар, - тине Президент. 

 

 

 

 Фото: YouTube

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-12-23/haly-men-n-t-gel-en-y-tsel-r-men-n-k-r-sh-be-2632503
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас