

Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко иҫкәртеү прививкаларының милли календарын һәм эпидемиологик күрһәтмәләр, шул иҫәптән коронавирусҡа ҡаршы прививкалар календарын раҫланы.
Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Бойороҡҡа ярашлы, 60 йәштәгеләр һәм унан өлкәндәр, медицина, мәғариф һәм социаль өлкәләрҙә эшләгәндәр, социаль учреждениеларҙа йәшәгәндәр, хроник, шул иҫәптән үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән, шәкәр диабетынан һәм һимереүҙән яфаланғандар, шулай уҡ миллионлы ҡалаларҙа йәшәгәндәр мотлаҡ коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатырға тейеш.
Документта билдәләнеүенсә, 12-17 йәшлек балаларға прививканы ата-әсәнең йәки законлы вәкилдең яҙма ризалығы менән генә эшләргә мөмкин.