ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
16 Декабрь 2021, 09:35

Башҡортостанда ғинуарҙа уҡ «омикрон» штамы таралыр тип фаразлайҙар

-

Башҡортостанда ғинуарҙа уҡ «омикрон» штамы таралыр тип фаразлайҙарБашҡортостанда ғинуарҙа уҡ «омикрон» штамы таралыр тип фаразлайҙар
Башҡортостанда ғинуарҙа уҡ «омикрон» штамы таралыр тип фаразлайҙар

2022 йылдың ғинуарында Башҡортостанда коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә. Миҙгелле грипп һәм ОРВИ менән сирләү осраҡтарының артыуы, шулай уҡ яңы йыл байрамдарында күптәрҙең сәфәргә сығыуы, туғандары, дуҫ-иштәре менән осрашыуы быға булышлыҡ итеүе ихтимал, тип белдерҙе Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Шул уҡ ваҡытта, белгестәр фаразы буйынса, республикала омикрон-штамының таралыу хәүефе бар, шуға күрә сирҙе иҫкәртеү өҫтөндә әле үк эшләргә кәрәк.

«Беҙҙә тура авиабәйләнеш тыйылмай, сит илдән ҡайтҡандарҙы ныҡлап тикшерәләр», - тип билдәләне Максим Забелин.

Максим Забелин һүҙҙәренсә, һаулыҡ һаҡлау системаһы яңы тулҡынға әҙер: медицина хеҙмәткәрҙәре, койка фонды һәм дарыуҙар етәрлек.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас