ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Декабрь 2021, 04:27

Ышаныс – ҡышҡы каникулдарҙа

-

Ышаныс – ҡышҡы каникулдарҙаЫшаныс – ҡышҡы каникулдарҙа
Ышаныс – ҡышҡы каникулдарҙа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә коронавирус инфекцияһы таралыуын булдырмау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә – коронавирусҡа ҡаршы прививка кампанияһы барышы, Яңы йыл байрамдары осоронда вакцина яһатмағандар өсөн сикләү сараларын күҙәтеү.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала вакцина яһатыу барышы менән таныштырҙы. Төбәккә бөтәһе 2 735 658 доза вакцина алынған. Тәүге компонентын 2 093 283 кеше яһатҡан, 1 896 987 граждан прививка яһатыуҙы тулыһынса тамамлаған. Вакцина яһау темпы буйынса Бүздәк, Шишмә, Саҡмағош, Әлшәй, Өфө райондары алда бара, әлегә Сибай, Октябрьский, Межгорье ҡалаларында, Бөрйән, Белорет райондарында эш һүлпән - прививка эшләтеү күрһәткесе уларҙа 70 проценттан түбән.

Ултырышта шулай уҡ республиканың төп компанияларында вакцина яһатыу барышы тикшерелде. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов күҙәтеүҙә төбәктең эре 543 предприятиеһы тороуын билдәләне. Бөтә тармаҡтар ҙа ыңғай динамика күрһәтә – хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценты вакцина яһатҡан. Артта ҡалған ҡайһы бер предприятиелар, мәҫәлән, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә прививка эшләтеү күрһәткесен 70 процентҡа еткергән.

Радий Хәбиров, республика буйынса баш дәүләт санитар табибы ҡарарына ярашлы, 18 декабрҙән эш биреүсенең вакцина яһатмағандарҙы хеҙмәт урынына үткәрмәҫкә хаҡы барлығын һәм был осраҡта хаҡ та түләнмәйәсәген иҫкә төшөрҙө. 2021 йылдың 11 ноябрендә сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ прививкалау тураһында тағы бер ҡарарға ҡул ҡуйылды. 30 декабргә тиклем был өлкәләрҙә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценты вакцина ҡаҙатырға тейеш. “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак 20 декабрҙән ведомство белгестәренең предприятиеларҙы тикшерә башлаясағы тураһында белдерҙе. Ҡарарҙы үтәмәгән ойошмаларға ҡарата административ саралар ҡулланыласаҡ.

Максим Забелин һуңғы тәүлектә 512 кешенең сирҙе йоҡтороуын, 536 ауырыуҙың һауығыуын белдерҙе. Бөтәһе 103 955 пациент һауыҡтырылған. Ул ике муниципалитеттың – Бөрйән һәм Тәтешле райондарының оператив күрһәткестәр буйынса хәүеф аҫтында тороуын билдәләне. Радий Хәбиров был биләмәләрҙә хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күрергә, санитар-эпидемиологик нормаларҙы көсәйтергә ҡушты.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белем биреү учреждениеларында киҫкен респиратор вирус сирҙәре, киҙеү буйынса хәлдең ябай булмауын һөйләне. Әле 62 339 уҡыусы һәм 1 083 педагог ауырый. “Роспотребнадзор” етәкселәренең иҫәпләүенсә, 31 декабрҙән 16 ғинуарға тиклем дауам итәсәк Яңы йыл каникулдары киҫкен респиратор вирус сирҙәре күрһәткестәрен кәметергә ярҙам итәсәк.

Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров санитар-эпидемиологик нормаларҙы күҙәтеүҙе, вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләү сараларын көсәйтергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова.
Автор:
Читайте нас