ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Декабря 2021, 16:48

Районда вакцинациялау темпы борсолоу тыуҙыра

65 йәштән олораҡтар араһында прививка яһатыуҙа республика буйынса артҡы урынды биләйбеҙ

Районда вакцинациялау темпы борсолоу тыуҙыраРайонда вакцинациялау темпы борсолоу тыуҙыра
Районда вакцинациялау темпы борсолоу тыуҙыра

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, бөгөн ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм фельдшерҙар ҡатнашлығында ковид-штаб ултырышы үткән.

“Районда вакцинациялау темпы борсоуға һала. 65 йәштән олораҡтарҙы вакцинациялау буйынса республикала артҡы урынды биләйбеҙ. Ауырыу сигенмәй.

Яңы штамм барлыҡҡа килеүе лә борсой. Балалар ОРВИ менән сирләй. 2-се Аҡъяр мәктәбендә уҡыусыларҙың 30 проценты ауырый. Унда 17 декабргә тиклем дистанция форматындағы уҡыуға күстеләр.

Ҡайһы бер ауылдарҙа вакцинация темпы бик түбән. Мәҫәлән, Иҫәнгилде, Аҡташ, Баҡал, Аҡнаҙар, Яңы Украинка, Рафиҡ, Первомайск һәм 1-се Мырҙа ауылдары. Бөгөнгө кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәти эште арттырыу буйынса ҡарар ҡабул ителде.

Участка терапевтары ҡатнашлығында күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштороласаҡ.

Алда  көтөп алған, бер-беребеҙ менән осрашырға яратҡан Яңы йыл байрамдары.  Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың сәләмәтлегенә битараф булмайыҡ”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.

Фото һәм мәғлүмәт:

https://vk.com/id516529973

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас