

Африка көньяғында тәү тапҡыр табылған “омикрон” вирусы бөтә донъяны хәүефкә һалды. 26 ноябрҙә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары уның тураһында экстрен кәңәшмәлә фекер алышҡандан һуң уға “омикрон” тигән атама бирҙе.
“Омикрон” башҡа варианттарҙан күп һандағы яңы мутациялары менән айырыла. Ғалимдарҙы уның коронавирус менән сирләгәндәрҙең иммунитетына тотороҡло булыуы һағайта. Вирустың таралыу тиҙлеге эпидемиологик мәғлүмәттәр тейешле кимәлдә тупланғас ҡына билдәле буласаҡ. Хәҙерге ваҡытта Көньяҡ Африкалағы һәм башҡа илдәрҙәге ғалимдар был варианттың күп төрлө үҙенсәлектәрен өйрәнә, һөҙөмтәләрен тикшерә.
Йоғошлолоғо. Әлегә “омикрон”дың юғары йоғошлолоғо (кешенән кешегә тиҙ күсеү үҙенсәлелеге) башҡа варианттар менән сағыштырғанда билдәле түгел. Шулай ҙа Көньяҡ Африка райондарында был вирусты йоҡторғандар һаны күбәйеүе билдәле.
Сирҙең ҡатылығы. Әлегәсә “омикрон” варианты менән зарарланыуҙың башҡа варианттар, шул иҫәптән “дельта” штамы менән сағыштырғанда нисек үтеүе тураһында тулы белешмә юҡ. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Көньяҡ Африкала пациенттарҙың дөйөм һаны арта, бының “омикрон” менән бәйле булмауы ла ихтимал. Сирҙең нисек үтеүен асыҡлау өсөн бер нисә көндән бер нисә аҙнаға тиклем ваҡыт кәрәк буласаҡ.
Коронавирус инфекцияһын үткәргәндән һуң һаҡланыу тәьҫирлеге. “Омикрон” варианты яңынан сирҙе йоҡтороу хәүефен арттыра, йәғни коронавирусты үткәргән кешеләр яңы вариантты тиҙерәк йоҡтороуы мөмкин. Яҡын арала был хаҡта яңы мәғлүмәт булыуы көтөлә.
Вакциналарҙың тәьҫирлеге. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы техник партнерҙар менән был яңы варианттың вакциналарҙың тәьҫирлелегенә нисек йоғонто яһауын асыҡлай. Вакциналар үлем һәм ҡаты сир осраҡтарын ҡыҫҡартыуҙа мөһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡыттағы вакцина – кешеләрҙе сирҙән һаҡлаусы тәьҫирле ышаныслы ҡорал.
Дауалау сараларының тәьҫирлеге. Коронавирустың ауыр формаларын дауалауҙа артабан да кортикостероидтар һәм рецепторҙар блокаторҙары ҡулланыласаҡ. Башҡа дауалау сараларына ҡарата анализ үткәреләсәк, уларҙың “омикрон” мутацияларында үҙҙәренең тәьҫирлеген нисек һаҡлауы өйрәнеләсәк.
Хәҙерге ваҡыттағы тикшеренеүҙәр. Әле барған йәки әҙерләнгән тикшеренеүҙәр вирустың йоғошлолоғон, инфекцияның ауырлығын, вакциналарҙың тәьҫирлеген, тестарҙың һәм дауалауҙың сифатын баһалауға йүнәлтелгән.
Халыҡ өсөн кәңәштәр. Тәҡдимдәр элеккесә: дистанция тотоу, битлекте дөрөҫ кейеү, биналарҙы елләтеү, кеше күп йыйылған урындарҙан ситләшеү, ҡулдарҙы йыш йыуыу һәм вакцина яһатыу.
Фото: РБК.