

11 декабрҙә Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй “Төбәктәрҙең инфекция хәүефһеҙлеген ойоштороуҙа заманса технологиялар. COVID-19” медицина форумында ҡатнашты. Сарала ул Туймазы һәм Сибай ҡалаларында инфекция госпиталдәре төҙөлөшөнә старт бирелеүе хаҡында хәбәр итте.
Форумда онлайн форматта Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатннашты. Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов пленар кәңәшмәлә пандемияның беренсе айҙарында Башҡортостандың яңы инфекция структураһын ойоштороуҙың шәп миҫалын күрһәтеүе хаҡында әйтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәк һаулыҡ һаҡлау системаһының яңыса эшләргә өйрәнеүе тураһында белдерҙе.
Форумда ҡатнашыусылар “инфекция сирҙәре” йүнәлеше буйынса медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн инфраструктура һәм матди-техник базаны нығытыу мәсьәләләре тураһында һөйләште. Системаны кадрҙар менән тәьмин итеү хаҡында айырым һөйләшеү булды. Быны Медицина палатаһы рәйесе Леонид Рошаль, Мәскәүҙәге ковид госпиталдәре баш табиптары Валерий Вечерко һәм Денис Проценко үҙ сығыштарында билдәләне.
Форумдан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантаналы рәүештә республиканың пандемия менән көрәштә айырыуса фиҙакәрлек күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне.
Фото: “Башинформ”.