

Республиканың баш санитар табибы Анна Казактың ҡарарына ярашлы, 18 декабргә тиклем төбәктәге сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы предприятиелары эшселәренең 80 проценты мотлаҡ прививка эшләтергә тейеш ине. «30 декабргә тиклем ваҡыт бирелә. Әле беҙҙең белгестәр предприятиеларҙы тикшерә. Лидерҙар бар, аутсайдерҙар ҙа",- тип һөйләне баш санитар табип БСТ каналында. "Роспотребнадзор" идаралығының талабын үтәмәгән предприятиеларҙы ҙур ғына штрафтар көтөүе ихтимал.