ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Декабрь 2021, 05:53

"Әүҙемлекте кәметергә ярамай"

Медицина форумы илдең һаулыҡ һаҡлау системаһы етәкселәрен, тармаҡ эксперттарын, медицина берҙәмлеге вәкилдәрен бергә тупланы.

"Әүҙемлекте кәметергә ярамай""Әүҙемлекте кәметергә ярамай"
"Әүҙемлекте кәметергә ярамай"

11 декабрҙә Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төбәктәрҙең инфекция хәүефһеҙлеген ойоштороуҙа заман технологиялары. COVID-19: яңы саҡырыу” Бөтә Рәсәй медицина форумының пленар кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Сара илдең һаулыҡ һаҡлау системаһы етәкселәрен, тармаҡ эксперттарын, медицина берҙәмлеге вәкилдәрен йыйҙы. Аудиторияға видеосәләмләү менән Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко мөрәжәғәт итте. Ул коронавирус пандемияһының тотош донъя өсөн етди саҡырыу икәнлеген билдәләне. Илдең һаулыҡ һаҡлау системаһына ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә.

"Башҡортостан яңы инфекция инфраструктураһын ойоштороуҙың шәп өлгөһөн күрһәтте. Пандемияның башланғыс этабында республикала ҡыҫҡа ваҡытта ике инфекция үҙәге төҙөлдө. Белгестәр йөҙләгән пациент өсөн тиҙ генә сифатлы ярҙам өсөн барлыҡ ҡорамалдар менән йыһазландырылған госпиталь төҙөүҙең яңы технологияларын тапты", - тине Михаил Мурашко.

Уның һүҙҙәренсә, пандемия тармаҡты һанлаштырыу катализаторына әйләнгән, эштең яңы технологик төрөн булдырған.

Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов пандемияның тотош йәшәү рәүешен үҙгәртеүе хаҡында әйтте.

Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында республиканың төп маҡсаты - хәлһеҙләнмәгән һаулыҡ һаҡлау системаһы менән пандемиянан сығыу икәнен билдәләне.

- Рәсәй Президенты Владимир Путинға һәм ил Хөкүмәтенә һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам өсөн рәхмәтлебеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Тармаҡты даими замансалаштырыу бара. Сираттағы сирләү тулҡыны кәмеүгә барһа ла, әүҙемлекте һис кәметергә ярамай. Бөгөн Башҡортостанда 2 миллион 70 мең кеше вакцинацияланған. Ә коллектив иммунитетҡа өлгәшеү өсөн күрһтәкесте 2 миллион 450 мең кешегә еткерергә тейешбеҙ. Йәғни тағы республикалағы 400 мең кешегә прививка яһарға кәрәк. Барлыҡ табиптарға, ойошмалар етәкселәренән алып шәфҡәт туташтарына, фельдшерҙарға, санитарҙарға һәм водителдәргә, медицинаның урта һәм кесе персоналына рәхмәт.

Республика етәксеһе Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән көрәш һөҙөмтәһен көсәйтеү өсөн ике яңы госпиталь төҙөү хаҡында белдерҙе.

- Пик ваҡытына, 2021 йылдың октябренә, ковид койкалары һаны 8,5 меңгә барып етә ине. Башҡа сирҙәрҙән дауалана алмағандар зыян күргәйне. Әммә был ваҡытлы һәм кәрәк ине. Йыл эсендә Зубовта, Стәрлетамаҡта төҙөлгән госпиталдәрҙә республикалағы 22,6 мең кеше дауаланды. Беҙҙең проект буйынса бер нисә төбәк госпиталь төҙөнө һәм йәки был эште башланы. Өҫтәүенә Зубов һәм Стәрлетамаҡ тәжрибәһе һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Бер урында техниканы, дарыуҙарҙы, тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәрен тупланыҡ. Сибайҙа, Туймазыла яңы госпиталдәр ҙур ихтыяж менән файҙаланыр тип ышанам.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 2020 һәм 2021 йылдарҙа пандемия менән көрәш өсөн Башҡортостан бюджетынан 16,6 миллиард һум бүленгәне хаҡында һөйләне. Ҙур ярҙамды республика федераль бюджеттан алған – 11 миллиард һумдан ашыу.

- Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы ике пикты үтте, был ваҡытта пациенттар өсөн максималь койкалар һаны булдырҙыҡ – 8,5 меңгә тиклем. Был осорҙа башҡа йүнәлештәргә – ашығыс медицина ярҙамына һәм амбулатория-поликлиника звеноһына - көсөргәнеш артты, - тине Андрей Назаров. – Бөгөн сир кәмеү этабында. Шул уҡ ваҡытта хәлдең насарайыуына ла әҙербеҙ.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле хәлдең медицина ярҙамының абсолют яңы, стандарт булмаған, тиҙ ҡулайлашҡан технологияларын оператив төҙөүҙе талап итеүе тураһында белдерҙе.

Форумда ҡатнашыусылар “инфекция сирҙәре” йүнәлеше буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн инфраструктураны һәм матди-техник базаны нығытыу мәсьәләләре хаҡында һөйләште. Беларусь, Ҡаҙағстан, Израиль, Рәсәй төбәктәре – Силәбе, Белгород һәм Ырымбур өлкәләре онлайн форматта иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Системаны кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе хаҡында һөйләшеү булды. Быны Медицина палатаһы рәйесе Леонид Рошаль, Мәскәүҙәге ковид госпиталдәре баш табиптары Валерий Вечерко һәм Денис Проценко үҙ сығышында билдәләне.

Бөтә Рәсәй медицина форумының пленар кәңәшмәһенән һуң Сибайҙа һәм Туймазыла ике клиника-диагностика инфекция үҙәге төҙөлөшөн башлау тантанаһы булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында ике майҙансыҡта ла яңы комплекстар күтәреүгә старт бирҙе.

Төбәк етәксеһе форумда ҡатнашҡандарҙың барыһына ла емешле эш өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыу буйынса эште дауам итәсәге хаҡында белдерҙе.

- Яңы сир менән көрәшкә тиҙ ҡулайлаштығыҙ, профессионализм һәм ҡаһарманлыҡ күрһәттегеҙ, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулыҡ һаҡлау системаһының үҙ бурыстарын үтәгән 36 хеҙмәткәрен юғалттыҡ. Улар алдында бурыслыбыҙ. Үҙегеҙҙе, ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ. Башҡортостанда йәшәгәндәр исеменән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек теләйем!

 

 

 

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-12-12/emlekte-k-meterg-yaramay-2615943

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас