ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Декабря 2021, 05:47

Башҡортостан тәжрибәһен – тотош Рәсәйгә

Андрей Назаров: “Кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау менән иҡтисади юғалтыуҙарҙы мөмкин тиклем аҙ итеү араһында баланс эҙләргә тура килде”.  

Башҡортостан тәжрибәһен – тотош РәсәйгәБашҡортостан тәжрибәһен – тотош Рәсәйгә
Башҡортостан тәжрибәһен – тотош Рәсәйгә

Бөгөн Өфөләге Республикаға идара итеү үҙәгендә “Төбәктәрҙең инфекция хәүефһеҙлеген ойоштороуҙа заман технологиялары. COVID-19: яңы саҡырыу” Бөтә Рәсәй медицина форумы үтте.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны һәм, донъя пандемияға әҙер түгел ине, тип белдерҙе.

“Был хәлдең тиҙ генә тамамланмауын аңлағас, кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау менән иҡтисади юғалтыуҙарҙы мөмкин тиклем аҙ итеү араһында баланс эҙләргә тура килде”, - тине Андрей Назаров.

2020 - 2021 йылдарҙа Башҡортостан ҡаҙнаһынан пандемия менән көрәш өсөн 16,6 миллиард һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан да ҙур ярҙам күрһәтелгән (ике йылда - 11,3 миллиард һум).

“Һаулыҡ һаҡлау тармағы койка-урындарҙың профилен үҙгәртеү буйынса ике ауыр осорҙо үтте: 2020 йылдың ноябрендә – 6 500, 2021 йылдың октябрендә 8 155 койка профиле үҙгәртелде. Ошо осорҙа башҡа тармаҡтарға ла ҙур көсөргәнеш төштө. Мәҫәлән, “Ашығыс ярҙам”дың көсөргәнеше – ун, амбулатор-поликлиниа звеноһының 15 тапҡырға артҡан. Әлеге ваҡытта сирләгәндәр һаны кәмеүен күҙәтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта пандемияның бишенсе тулҡынына әүҙем әҙерлек алып барабыҙ”, – тине Андрей Назаров.

Иң ауыр осорҙа республиканың инфекция госпиталдәрендә 712 үпкәне яһалма елләтеү аппараты ҡулланылған, ә пандемия башында был һан ни бары 90 тәшкил иткән. Ғөмүмән, сифатлы һәм ваҡытлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ошо осорҙа республиканың медицина тармағы бихисап заманса, юғары технологиялы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Лабораториялар ҙа юғары тиҙлектә эшләй, анализ һөҙөмтәләрен бик ҡыҫҡа ваҡытта белеп була. Ә яңы инфекция госпиталдәрендә булған ҡорамалдар, мөмкинлектәр республиканың башҡа дауаханаларында юҡ, тип белдерҙе Премьер-министр.

Унан тыш, һуңғы ике йылда медицина учреждениеларында кислородты ҡулланыу күләме күпкә артҡан. Әлеге ваҡытта ҡәҙимге госпиталләштереү ваҡытында ул тәүлегенә 20 тонна тотонолһа, көсөргәнешле осорҙа был һан 80 тоннаға етә. Республикала ошоға бәйле медицина кислороды етештереү күләме бермә-бер артҡан, компрессор станциялары, кислород концентраторҙары һатып алынған.

Мәғлүм булыуынса, былтыр республика ҡаҙнаһы иҫәбенә тиҙ арала ике клиник–диагностика инфекция үҙәге төҙөлдө. Зубовтағы һәм Стәрлетамаҡтағы был объекттар тотош Рәсәй өсөн ыңғай тәжрибә булды, хәҙер ошо миҫалда Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҡурай сәскәһе формаһындағы учреждениелар төҙөлгән һәм төҙөлөү өҫтөндә. Был проект үҙен һәр яҡтан уңышлы итеп танытты.

Форумда Силәбе өлкәһендәге ошондай уҡ госпиталь менән таныштырҙылар. Ырымбур өлкәһендә иһә төҙөлөш эштәре бара, Белгородта ла Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланырға йыйыналар.

Әйткәндәй, ошо ваҡыт эсендә республикалағы яңы ковид-госпиталдәрҙә 23 меңдән ашыу пациент дауаланған.

 

 

 

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-11/bash-ortostan-t-zhrib-en-totosh-r-s-yg-2615810
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас