

Өфөлә барған медицина форумының пленар кәңәшмәһендә Беларусь Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры Дмитрий Пиневич үҙҙәрендә пандемия шарттарында халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
“Бөгөн донъяла йәмәғәтселек һаулығын һаҡлау темаһы айырыуса көнүҙәк, тотороҡло үҫешкә йоғонто яһаған барлыҡ хәүефтәр, һис һүҙһҙҙ, халыҡ сәләмәтлегендә сағыла, - тине ул. – Беҙҙә койкалар менән тәьмин ителеш ярайһы яҡшы. Эпидемиологик хеҙмәт үҫешкән һәм инфекция, реанимация ярҙамы юғары кимәлдә. Был урындағы власть органдары, министрлыҡтар, шәхси сектор менән эш иткәндә айырым модель һайларға булышлыҡ итте. Дәүләт эшмәкәрлеген һаҡларға тырыштыҡ, тәү сиратта иҡтисадты. Ул һаулыҡ һаҡлау ихтыяжы өсөн етешлелек ресурсы булып тора. Иҡтисад халыҡты ныҡлы яҡлауҙы тәьмин итте, һөҙөмтәлә пандемияның беренсе тулҡынында ла, икенсеһендә лә, өсөнсөһөндә лә локдаун индермәнек.
Стационар ойошмаларҙы төҙөү тәжрибәһе мөһим. Беҙ ҙә кәмендә өс госпиталде ҡайтанан йыһазландырырға теләйбеҙ. Был йәһәттән Башҡортостан тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра. Уның тормошҡа ашырылыуын ҡараясаҡбыҙ. Ошондай форумда ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт. Был сара үтә мөһим”, - тине министр.
Фото: “Башинформ”.