

Өфөлә, “Төбәктәрҙең инфекция хәүефһеҙлеген ойоштороуҙа заман технологиялары. COVID-19: яңы саҡырыу” Бөтә Рәсәй медицина форумында, пандемия шарттарында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү тәжрибәһе менән Ҡаҙағстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу департаменты етәксеһе Азамат Дюсенов бүлеште.
“Пандемия башланғас, Ҡаҙағстан Хөкүмәте оператив рәүештә коронавирус менән сирләгәндәргә беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү режимын үҙгәртте. Бөгөн беҙҙә 3430 күсмә мобиль бригада эшләй, уларҙың 1700-е самаһы – ауылдарҙа. Унан тыш, медицина ярҙамы күрһәткән автотранспорт паркы яңыртылды, тармаҡ өсөн үҙебеҙҙә етештерелгән 367 яңы автомобиль һатып алынды.
Телемедицинаның дистанцияла күрһәтелгән хеҙммәттәре, аудио-, видеоконсультациялар индерелде. Әлеге ваҡытта төпкөл ауылдарҙа 149 күсмә медицина комплексы эшләй.
137 тораҡ пунктта фельдшер-акушерлыҡ пункттары, табип амбулаториялары асыласаҡ. Атап әйткәндә, илдең барлыҡ ауылдары беренсел медицина ярҙам мөмкинлеге аласаҡ.
Ҡалаларҙа өҫтәмә рәүештә 16 модулле инфекция дауаханаһы төҙөлдө һәм төҙөкләндерелде, 63 амбулатор-поликлиника ойошмаһы сафҡа индерелде. Унан тыш, Ҡаҙағстанда коронавирус таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән махсус ҡушымта эшләй, ул Ashyk тип атала. Унда кешенең электрон вакцинациялау паспортынан башлап барлыҡ мәғлүмәттәр тупланған, был сирлеләрҙең хәлен күҙәтергә, ауырыу таралыу сәбәптәрен асыҡларға ярҙам итә. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда вирусты генетик йәһәттән даими тикшереп торалар”, - тине департамент директоры.
2021 йылдың февраленән был илдә коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау башланған. Алты төрлө прививка ҡулланыла, шул иҫәптән Рәсәйҙекеләр ҙә.
Фото: Олег Яровиков.