

Федоровка ауылында “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звенаһын модернизациялау” төбәк программаһы буйынса алынған модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡуйыу буйынса монтаж эштәре бара.
Әйтергә кәрәк, яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 500-ҙән ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк, уларҙың 100 тирәһе 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр, шулай уҡ 50-нән ашыуы 60 йәш һәм унан өлкәндәр.