ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
9 Декабрь 2021, 11:41

Өфө чиновниктары мангал зоналарында ял иткән өсөн халыҡтан аҡса түләттерергә тәҡдим итте

-

Өфө чиновниктары мангал зоналарында ял иткән өсөн халыҡтан аҡса түләттерергә тәҡдим иттеӨфө чиновниктары мангал зоналарында ял иткән өсөн халыҡтан аҡса түләттерергә тәҡдим итте
Өфө чиновниктары мангал зоналарында ял иткән өсөн халыҡтан аҡса түләттерергә тәҡдим итте

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ольга Сарапулова баш ҡалала мангал зоналарын түләүле итергә кәрәк тигән тәҡдим индерҙе.

Урындағы халыҡ та, урмансылар ҙа, биологтар ҙа Өфөнөң Урмансылар паркында пикник өсөн аҡлан булыуын хупламай. Сарапулова һүҙҙәренсә, ҡала үҙәгендә йәки башҡа райондарҙа йәшәүселәр килеп, ит ҡыҙҙырып ашап, ял итергә мөмкин. Ләкин бындай пикниктарҙан ныҡ төтөн, шау-шыу күп, ә ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренән һуң сүп-сар ҡалдырып китә.

💬«Был иһә ошо үҙенсәлекле урындың экосистемаһын боҙа. Мангал зоналарын ойошторабыҙ икән, улар түләүле, таҙа һәм хәүефһеҙ булырға тейеш», – тине Сарапулова.

Сығанаҡ: ЮТВ

 

Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас