ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
8 Декабрь 2021, 10:50

Ике кеше Африканан коронавирустың яңы төрөн алып ҡайтҡан

-

Ике кеше Африканан коронавирустың яңы төрөн алып ҡайтҡанИке кеше Африканан коронавирустың яңы төрөн алып ҡайтҡан
Ике кеше Африканан коронавирустың яңы төрөн алып ҡайтҡан

Медицина фәндәре докторы Дамир Вәлишин “омикрон” штамының оҙаҡламай Башҡортостанға килеп етеренә икеләнмәй. “Әгәр коронавирустың яңы штамы Рәсәйгә килеп еткән икән, тимәк, ул беҙҙә лә буласаҡ. Яңы штамм бик тиҙ тарала. Мәскәүҙә күренгәс, минеңсә, ул беҙҙә, тигән һүҙ”, –тигән ғалим “ГорОбзор” хәбәрселәре менән әңгәмәләшкәндә.

“Омикрон”ды  дауалау үҙенсәлектәре  тураһында һөйләргә иртәрәк, сөнки ковидтың был варианты яңы күренде, мәғлүмәт бик аҙ. Ниндәй штамды йоҡтороуыңа ҡарамаҫтан, бары вакцина ғына ярҙам итәсәк,– ти табип.– Вакцинаның мәғәнәһе ниҙә? Нисек кенә булмаһын, иммун системаһы был вирусты  хәтерендә ҡалдыра, шуға күрә сирҙе еңеү уға еңелгә төшә.”

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау  ойошмаһы сайтында коронавирустың бөтә төрҙәре менән көрәштә әлеге көндәге вакциналар төп ҡорал булып ҡала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 декабрҙә Рәсәйҙә “омикрон” штамын йоҡторған тәүге осраҡтар теркәлде. “Роспотребнадзор”ҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Көньяҡ Африка Республикаһынан ҡайтҡан ике кешелә яңы штамм асыҡланған.

Фото:Горобзор.ру

Автор:Дина Арсланова.
Автор:
Читайте нас