Коронавирус менән сирләү сертификатының ғәмәлдә булыу ваҡыты Дәүләт хеҙмәттәре порталында бер йылға тиклем оҙайтыла, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы.
Быға тиклем коронавирус менән ауырыу тураһында сертификат 6 айға бирелә ине. Кесаҙна илдең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Алексей Кузнецов хәҙер COVID-19 менән сирләү белешмәһенең һауыҡҡан көндән башлап бер йыл ғәмәлдә булыуын, бының өсөн тейешле ҡарарҙар ҡабул ителеүен белдерҙе.
+23 °С
Болотло



