Социаль селтәрҙә ошондай хәбәр таралды. Ауырыған балаларҙың температураһы ныҡ юғары, улар ҡоро йүтәлдән йонсой.
Роспотребнадзорҙа белдереүҙәренсә, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ауырыу таралыу осраҡтары күҙәтелмәй.
Республика балалар клиник дауаханаһының штаттан тыш педиатры
Людмила Семавина әйтеүенсә, балалар араһында грипп осраҡтары теркәлә, температураның 40 градусҡа тиклем күтәрелеүе тап вирусҡа хас.
«Хәҙер беҙ миҙгелгә бәйле респиратор сирҙәренең артыуын күҙәтәбеҙ. Әлеге ваҡытта грипп менән ковид араһында диагностика үткәреү ҡатмарлы. Өҫтәүенә коронавирустың «дельта» штамы ла «йоҡлап ятмай», — тине Людмила Семавина.
Диагноз ҡуйыу өсөн ПЦР-тест тапшырырға кәрәк, тип белдерҙе балалар табибы.
+23 °С
Болотло



