ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Ноябрь 2021, 10:45

«Малайҙар 40 градус температура менән ята»

-

«Малайҙар 40 градус температура менән ята»«Малайҙар 40 градус температура менән ята»
«Малайҙар 40 градус температура менән ята»

Өфөлә балаларҙың күпләп ауырыуына зарланалар

Өфөлә ата-әсәләр уҡыусыларҙың күпләп ауырыуына зарлана. Мәктәптә ярты класс сирләй, ти улар.

📣 " 119-сы мәктәптә малайҙар ҡырҡ градус температура ята, уны бер нисек тә төшөрөп булмай. Грипмы, ковидмы, белмәйем", — тип хәбәр итте Анна (исеме үҙгәртелде). - Ошондай юғары температура ике көндән төшә. Әхирәттәрем дә, туғандарым да шулай ти".

Роспотребнадзорҙа балаларҙың күпләп сирләүен раҫламайҙар. "Ауырыу сығанаҡтары юҡ", — тип белдерҙеләр ведомствола.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы сығанаҡ һүҙҙәренсә, әле ковидтың таралыуы күҙәтелмәй. Балалар ОРВИ менән ауырыйҙыр, моғайын.

Сәләмәт булығыҙ! 😕

Сығанаҡ: Пруфы

Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас