ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
23 Ноябрь 2021, 17:37

Йәмәғәт транспортында QR-кодтарҙы тикшерә башлайҙар

Әлегә һайланма рәүештә республиканың баш ҡалаһында.

Йәмәғәт транспортында QR-кодтарҙы тикшерә башлайҙарЙәмәғәт транспортында QR-кодтарҙы тикшерә башлайҙар
Йәмәғәт транспортында QR-кодтарҙы тикшерә башлайҙар

Баш ҡала мэры Сергей Греков йәмәғәт транспортында яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса сараларҙың үтәлешен тикшерергә ҡушты. Өфө хакимиәте башлығы оператив кәңәшмәлә әлегә ҡала маршруткаларҙа, трамвайҙарҙа, троллейбустарҙа йөрөү өсөн мотлаҡ QR-кодтар һәм сертификаттар индерергә йыйынмауын билдәләне. «Һайланма тикшереүҙәр үткәрергә кәрәк, шул иҫәптән йәмәғәт транспортында», – тине Сергей Греков. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөлә халыҡтың 80 проценты прививка эшләткән.

https://belizv-bash.ru/news/i-tisad/2021-11-23/y-m-t-transportynda-qr-kodtar-y-tiksher-bashlay-ar-2593571

Автор:
Читайте нас