ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Ноябрь 2021, 13:40

Сиҙәм ауыл табип амбулаторияһы ремонтлана

Ремонт эштәрен быйыл йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана

Сиҙәм ауыл табип амбулаторияһы ремонтланаСиҙәм ауыл табип амбулаторияһы ремонтлана
Сиҙәм ауыл табип амбулаторияһы ремонтлана

Хәйбулла районының Сиҙәм ауылындағы табип амбулаторияһында ғәйәт ҙур ремонт эштәре бара. Ул “Беренсел  медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектының  "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла.

Төҙөлөш эштәре  "Строй-Система" йәмғиәте эшселәре тарафынан атҡарыла. Ул электрон аукцион һөҙөмтәһе буйынса тендерҙа еңеп сыҡҡан. 

Амбулаторияла эске һәм тышҡы һыу менән тәьмин итеү системаһын тулыһынса алмаштырыу, электр менән тәьмин итеү, бинаның тышҡы йөҙөн үҙгәртеү, эске дөйөм төҙөлөш эштәрен башҡарыу ҡаралған. Шулай уҡ иҫкергән ҡоролмалар ҙа алмаштырыласаҡ.

Ремонт эштәрен быйыл йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Тимәк, сиҙәмдәргә яңы табип амбулаторияһы Яңы йыл бүләге буласаҡ.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, тормошҡа ашырыла.

 

 

 

 

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-11-21/si-m-auyl-tabip-ambulatoriya-y-remontlana-2591033
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас