ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Ноябрь 2021, 13:45

Хәйбулла районында яңы ФАП-тар төҙөлә

Әле Әҙел ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү эштәре башланған. Артабан төҙөлөш эштәре Федоровка, Маҡан һәм Аҡнаҙар ауылдарында дауам итәсәк.

Хәйбулла районында яңы ФАП-тар төҙөләХәйбулла районында яңы ФАП-тар төҙөлә
Хәйбулла районында яңы ФАП-тар төҙөлә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы, республиканың күп ауылдарында  “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты талаптарына ярашлы, модулле фелдьшер-акушерлыҡ пунктары төҙөлә. Унда ауыл ерендә тәүге медицина ярҙамы алыу һәм эшләү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырыу - тәү шарттарҙың береһе. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының төп маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Хәйбулла районының Әҙел ауылында модулле ФАП төҙөү эштәре башланған. Бында бөтәһе 130 кеше йәшәй. Яңы төҙөлгән медицина учреждениеһын әҙелдәр күптән көтә. Ниһайәт, район үҙәгенән ситтә ятҡан ауылдың үҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты буласаҡ. Артабан төҙөлөш эштәре, атап әйткәндә яңы модулле конструкцияларҙы монтажлау Федоровка, Маҡан һәм Аҡнаҙар ауылдарында дауам итәсәк.

Һәр ФАП-тың төҙөү хаҡы -  3,2 млн һум. Әйткәндәй, был фельдшер-акушерлыҡ пункттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты талаптарына ярашлы төҙөлә, медицина ярҙамы алыу һәм эшләү өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ. 

"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-11-21/h-ybulla-rayonynda-ya-y-fap-tar-t-l-2591202
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас