

Хәйбуллаларҙы мотлаҡ вакцинацияланырға саҡырам! Был зәхмәттән башҡаса ҡотолоу юлы юҡ!
Шәхсән үҙемдән сығып әйтә алам – прививка ярҙам итә. Ейәнсәрем кейәүебеҙ менән ҡунаҡҡа килгәйне, юлда ауырып киткәндәр. Ул ваҡытта мин прививка алған инем. Улар оҙаҡ ауырыны, ә мин бер нимә һиҙмәнем дә тиерлек. Бер көн тән температурам күтәрелде лә, шуның менән үтте.
Шуға күрә, барығыҙ ҙа вакцина эшләтегеҙ. Социаль селтәрҙәге прививканың зыяны тураһындағы юҡ-бар яҙмаларға ышанмағыҙ! Мин үҙемдең туғандарымды, ауылдаштарымды вакцинацияланырға өндәнем, һеҙҙе лә саҡырам.