

Һамар ауылында фельдшер Елена Атландерованы яраталар, хөрмәт итәләр, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалалар. Шуға күрәлер, бында вакцинациялау темпы районда иң яҡшыларҙан һанала. Ололар араһында ла прививка алыусылар күп.
Башҡалар икеләнгәнсе, һамарҙар инде ревакцинацияға бара. Мөмкинлектән файҙаланып, эш сәфәре барышында ауыл биләмәһе башлығы Рафаэль Фәрит улы менән беҙ ҙә ревакцинация үттек. Елена Петровна үҙ эшен яҡшы белә. Ковидҡа ҡаршы препарат менән ревакцинацияны тиҙ генә ҡуйҙы.
Мин вакцинация яҡлы, ә хәҙер ревакцинация яҡлы, ә һеҙ?
Фото и информация: Рустам Шарипов