

...Был егеткә 34 кенә йәш, ә үпкәһенең 92 процентын ковид зарарлап өлгөргән. Янындағы йәш ирҙә был күрһәткес - 78 процент.
”Һеҙ һаман да реанимацияға хәле бөткән, әллә күпме сирҙәре булған ҡарт-ҡоро ғына эләгә тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, хәл киҫкен үҙгәрҙе, ковид үҙҙәрен һау-сәләмәт тип иҫәпләгән йәштәргә йүнәлешен борҙо”, – тип ҡәтғи белдергән Санкт-Петербургтағы ваҡытлыса төҙөлгән госпиталдә эшләгән реанимация һәм интенсив терапия бүлексәһе мөдире Сергей Винников. Госпиталдәрҙәге коронавирус менән хәл ҡайҙа ғына булмаһын, Мәскәүҙәме, Өфөләме, берҙәй ҡатмарлы һәм ауыр. Көнө-төнө үлем менән көрәшкән сирлеләр араһында ғүмерен үткәргән табипҡа ышанмай сара юҡ, бәлки, уның һөйләгәндәре кемдеңдер күңеленә барып етер, ысынбарлыҡты баһаларға ярҙам итер.
“Былтыр ҡыш реанимацияға утыҙ йәшлектәрҙең эләккәнен хәтерләмәйем, – ти ул. – Йәй көндәрендә 30-40 йәшлектәрҙе килтерә башланылар. Бәлә шунда, вирус йәшен тиҙлегендә үпкәне зарарлай, кешеләр ике-өс тәүлектә һәләк була. Бәлки, был көндәрҙең эҫелеге менән бәйле булғандыр, йәйге тулҡынды ифрат ауыр кисерҙек, вирус бөтөнләй икенсе. Тәүгеһендә ғаиләлә берәү ауырыһа, башҡалары ла сирҙе йоҡторасаҡ тигән һүҙ булманы. Хатта бергә йәшәгән ир менән ҡатындың береһе сирләһә лә, икенсеһе һау-сәләмәт ҡалды. Ә хәҙер хәл үҙгәрҙе. Иң ҡурҡынысы – балалар ауырый һәм вафат була. Бына ниндәй хәлгә барып еттек!
Әле реанимацияла бик ауыр сирлеләр ята. Хроник ауырыуҙары ла юҡ. 34 йәшлек ҡатындың үпкәһе 92 процентҡа зарарланған, йәш акушерканың – 90, 33 йәшлек егеттең – 78 процентҡа... Шуныһы ғәжәп, үпкәһенең 100 проценты зарарланған пациентыбыҙ иҫән. Үҙ аңында, кислород менән тын ала, ашай, эсә, ҡан баҫымы нормала. Артабан нимә булырын белмәйбеҙ. Бер сәғәт эсендә хәл-торошо ҡырҡа үҙгәреүе ихтимал: һуңғы альвеола ябылһа, барыһы ла бөттө тигән һүҙ. Йыш ҡына тромбоэмболик өҙлөгөүҙәр була.
58 йәшлек ир госпиталгә килтергәнгә ҡәҙәр бер тәүлек кенә ауырыған, үпкәһе ни бары 25 процентҡа ғына зарарланғайны. Тик хәле ҡырҡа ауырайып, ике көн эсендә 100 процентҡа етте. Беҙҙә дауалау схемалары билдәләнгән, ауыр пациенттар төркөмө асыҡлана, йыш ҡына моноклональ антиесемдәр ярҙамында дауалайбыҙ. Уларҙы сир башланған осорҙа индереү тәьҫирле. Был терапияны бүлексәләрҙә үк башларға кәрәк, хатта анализдарҙың килеүен көтмәҫтән элек. Реанимация эше түгел ул. Әгәр пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылһа, был инде – һәләкәт. Күбеһен ҡотҡарып булмаясаҡ тигән һүҙ. Реаниматологҡа психолог ролен дә үтәргә тура килә, сөнки сирҙән йонсоған ауырыуҙар төшөнкөлөккә бирелә, йәшәргә ынтылыштары, көстәре кәмей.
Мин, күптән эшләгән, тәжрибә туплаған табип булараҡ, кемгә нисек яҡын килергә, ниндәй һүҙҙәр табырға икәнлеген беләм. Йыш ҡына уларҙың күңелен күтәреү өсөн баштарын йыуабыҙ. Айырыуса һауыға барған, әммә төшөнкөлөктән айырыла алмаған ҡатын-ҡыҙҙыҡын. Ошо ябай ғына процедуранан һуң күптәр йәнләнеп, күңелләнеп китә. Йыуылмаған баш һәм бысраҡ сәс – улар өсөн, ысынлап та, бәлә. Ҙур түрәләр менән эш ҡатмарлыраҡ, улар команда бирергә ғәҙәтләнгәс, бында ла шуны дауам итергә, нимәнәндер баш тартырға теләйҙәр. Тик дауахана тормошо, реанимация саралары комплексын күреү, дефибрилятор “атыуын” ишетеү уларҙы ла табиптар күрһәтмәләрен үтәргә мәжбүр итә.
Ғөмүмән, вирустың тәүге тулҡыны менән сағыштырғанда, хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Элек табиптарҙы тыңлаһалар һәм хөрмәт итһәләр, хәҙер кешеләр кинәт кенә зәхмәттән ҡурҡмай башланы. Ҡайһы берәүҙәр прививка яһатыуҙан баш тарта, һаҡланыу сараларын һанға һуҡмай.
...Йәш кенә атай күҙ алдында, сабыйына ни бары бер йәш. Ҡотҡарығыҙ, тип ялынды, аҙ ғына хәле еңеләйгәйне, “ни өсөн прививка яһатманың?” тигән һорауға ҡаршы дәлилдәр килтерә башланы. Имеш, күрше корпуста вакцина яһатҡан таныштары ята, улар ҙа ауырый. Тик улар бит сирҙе еңел үткәрә, кислород кәрәкмәй! Ә һин – реанимацияла. Прививка яһатҡан булһаң, һин дә таныштарың менән күрше корпуста йөрөр инең.
Донъяла прививкаға ҡаршылар етерлек. Хәтерләйһегеҙме, былтыр Италияла Палермола үлгәндәрҙең кәүҙәләрен йөк машиналары менән ташынылар, ә кешеләр боҫоп өйҙәрендә ултырҙы. Хәҙер, күрәһегеҙме, студенттар протест акциялары менән урамдарға сыға. Прививка яһатыу кәрәклеге тураһында бер мин генә һөйләмәйем. Быны нисек аңларға? Вакцинаның ярҙам итеүе – ысынбарлыҡ, иҫбатланған. Хәҙер вирус балаларға йәбеште, ә беҙ һаман прививкаға ҡаршы төшөп маташабыҙ! Профилле белгестәр бөтә ерҙә лә етешмәй, хатта теш табиптарын уҡытып, инфекционистар рәтенә алдыҡ, эпидемиологик хәл бик ауыр. Донъяла тәүгеләрҙән булып вакцина уйлап тапҡан илдә прививка яһатыу һүлпәнлеге менән килешеп тә, быны аңлап та булмай”.
Фото: 123ru.net