ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Ноябрь 2021, 18:15

Рейдтар дауам итә

Ковидҡа ҡаршы саралар үтәлеше тикшерелә

Рейдтар дауам итәРейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығының Сибай территориаль бүлеге белгестәре муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә Аҡъяр һәм Бүребай ауылдарында ваҡлап һатыу һәм  сауҙа үҙәктәрендә тикшереү ойошторҙо. Бында октябрь айында үткән рейдтар һөҙөмтәләре буйынса етешһеҙлектәрҙең үтәлеше тикшерелде.

Рейд күрһәтеүенсә, тикшерелгән объекттарҙың яртыһында  халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү өлкәһендә (социаль арауыҡ һәм дезинфекция режимы) асыҡланған хоҡуҡ  боҙоуҙарҙың үтәлмәүе асыҡланды.

Ошо ойошмалар етәкселәренә ҡарата РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 6.3 статьяһы 2-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протокол төҙөлдө. Вазифалы кешеләргә ҡарата һуңғы ҡарарҙы суд сығара.

Ковидка ҡаршы саралар үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар артабан да дауам итәсәк.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас