

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үпкәләге яман шештең – 90, дауамлы бронхиттың – 75, йөрәктең ишемия сиренең 25 проценты тәмәке тартыуға бәйле. Планетабыҙҙа һәр 10 секунд һайын бер тәмәкесе үлә. Шул уҡ Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 43,9 миллион кеше тәмәке тарта. Был бар халыҡтың 40 процентын тәшкил итә. Улар 19 йәштән 44 йәшкә тиклемге хеҙмәткә яраҡлы граждандар.
Беҙҙең районда был юҫыҡта хәлдәр нисек икән?! Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы “Айыҡ ауыл 2021» конкурсы сиктәрендә “Эсмәгәс, тартмайым да”- исемле флешмоб иғлан итә. Һеҙ йәшәгән ауылда халыҡтың һаулығы тәмәке төтөнөнән һәм уның зыянынан нисек һаҡлана, ошо хаҡта бәйән итегеҙ. Материалдарҙы биреү форматы һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Маҡсат бер - тәмәке тартыуҙың зыянлы икәнен пропагандалау, уға альтернатив шөғөл тәҡдим итеү, ошо йүнәлештәге эштең иң яҡшы өлгөләрен күрһәтеү.
Материалдарҙы # Эсмәгәстартмайымда# #Трезвоесело2021#Айыҡауыл2021 хештегы аҫтында урынлаштырыу зарур. Иң яҡшы “Антитәмәке ауыл” йыл аҙағында билдәләнәсәк! Әүҙемерәк, хәйбуллалар!!!