ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
12 Ноябрь 2021, 15:18

Оло хөрмәт менән –хаҡлы ялға!

Табип-стоматолог, “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы”  Лилиә  Насирова һәр кескәй пациенты һәм хеҙмәттәштәренең ихтирамына яуланы

Оло хөрмәт менән –хаҡлы ялға!Оло хөрмәт менән –хаҡлы ялға!
Оло хөрмәт менән –хаҡлы ялға!

Бөгөн Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының балалар стоматологы Лилиә Рәхмәт ҡыҙын тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттылар.

Лилиә Насирова 1983 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Аҡъяр дауаханаһында эшләне. Юғары квалификациялы белгес коллегалары һәм пациенттары араһында оло хөрмәт ҡаҙанды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул  Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Лилия Рәхмәт ҡыҙы –“Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы”. Муниципаль район хакимиәтенең һәм Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының Почет грамотаһы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Гбуз-Рб Акъярская-Црб

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас