

Республика буйынса Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, биш йылда үлем осраҡтары 3,5 процентка артҡан.
Былтыр 10 093 кешелә яман шеш ауырыуы асыҡланып, диспансер иҫәпкә алынған.
Рак ауырыуы араһында беренсе урында күкрәк биҙе (12,5%), икенсе урында трахея, үпкә ауырыуы (9,7%) һәм өсөнсө урында тире яман шеше (8,6%) тора.