ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
7 Ноябрь 2021, 06:16

Коронавирусҡа ял юҡ...

Прививка яһатыуҙы 1 392388 кеше тулыһынса тамамлаған. 

Коронавирусҡа ял юҡ...Коронавирусҡа ял юҡ...
Коронавирусҡа ял юҡ...

Республикала бөгөн 669 кешенең коронавирус сирен йоҡтороуы асыҡланды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып бөтәһе 90 190 кешенең вирусты йоҡтороуы билдәле.

Әле стационарҙарҙа 866 пациент дауалана, уларҙың 550-һе – 60 йәштән өлкән. 81 ауырыу ауыр хәлдә, туғыҙ кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Пневмония осраҡтары –196. Амбулатор шарттарҙа 7306 ауырыу дауалана, уларҙың 6215-е – өлкән йәштә.

Һуңғы тәүлектә 31 ауырыуҙың вафат булыуы билдәле. Вирус ҡорбандары бөтәһе 2813 тәшкил итә.

Республикала вакцина яһатыу дауам итә. Тәүге компонетын 1 728 199 кеше алған. Прививка яһатыуҙы 1 392388 кеше тулыһынса тамамлаған.  Вакцина яһатыуҙы үткән 60 йәштән өлкәндәр һаны 350226 тәшкил итә.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, вакцина яһатығыҙ.

 

 

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-11-06/koronavirus-a-yal-yu-2573040
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас