

Коронавирус пандемияһы дауам итә. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн сирҙе йоҡтороу хәүефе ҙур.Үлем осраҡтарының ҙур өлөшө лә ошо категорияға ҡарай. Шуға күрә Башҡортостанда 13 октябрҙән 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы индерелде. Бары прививка яһатҡан ололарға ғына был сикләүҙәр ҡағылмай.
Республика ковид-госпиталдәренең баш табиптары был сараның мөһимлеге тураһында Башҡортостан Башлығына яҙған коллектив хаттарында белдергәйне. Укаэға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, өлкәндәрҙең һәм хроник сирлеләрҙең магазин, дарыухана, поликлиникаларға барыу өсөн ике сәғәт ирекле ваҡыттары бар. “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы аҙыҡ-түлек килтереү хәстәрен үҙ өҫтөнә ала. Телефоны: 8-800-201-89-03.Ирекмәндәр ярҙамы бушлай, аҙыҡ-түлек хаҡын ғына түләргә кәрәк.
Прививканы өлкәндәр еңел үткәрә, шуға күрә ваҡытында яһалған иммунизация кеше ғүмерҙәрен һаҡлаясаҡ. Вакцина сирләгән осраҡта ла уны еңелерәк үткәрергә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй табиптар.Иммунитет тәүге компонентты алғандан һуң 42-45 көн үткәс кенә формалаша башлай. Шуға күрә антиесемдәр барлыҡҡа килгәнсе бөтә иҫкәртеү сараларын үтәү, йәмәғәт урындарында булмау мөһим.
Фото:Youtube.com