

Был турала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә яҡтырта.
“Әүҙем һәм абруйлы ветерандарҙы ла коронавирус темаһы борсой. Ошо маҡсатта улар менән пандемия талаптарын, һаҡланыу сараларын күҙәтеп осраштыҡ. Бөгөнгө көндә Хәйбулла районы 60 йәштән олораҡтарҙы вакцинациялау буйынса артҡы урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта нәҡ ошо категория кешеләр араһында сирләүселәр ҙә, үлем осраҡтары ла юғары. Ошо хәлдең сәбәптәрен аңлау һәм аныҡлау, ололар араһында сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында осрашыу ойошторолдо.Фекер алышыу барышында коронавирус, вакцинация тураһында ишетеп кенә түгел, ә ҡайһылары үҙҙәре лә ауыр сирҙе үткәргән аҡһаҡалдар был йүнәлештә дин әһелдәрен йәлеп итергә, табиптарҙың асыҡ сығыштарын халыҡҡа сығарырға кәңәш итте. Шулай уҡ улар район халҡына асыҡ хат менән мөрәжәғәт итергә теләк белдерҙеләр.
Ошо осрашыу һөҙөмтәләре буйынса мин үҙем өсөн бер нисә эш йүнәлеше билдәләнем. Осрашыу барышында яңғыраған барлыҡ тәҡдимдәр мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ,” –тип яҙа Рөстәм Динислам улы.
Фото һәм мәғлүмәт Рөстәм Шәриповтың шәхси сәхифәһенән алынды