

Пандемия сигенергә уйламай, сир осраҡтары ла, вирус ҡорбандары ла арта. Ковид-госпиталдәр көсөргәнеш менән эшләүен дауам итә. Ишембай ҡалаһында йәшәгән 61 йәшлек Фәрзәнә Сафина Стәрлетамаҡ госпиталендәге реанимацияға нисек килеп эләгеүе, ундағы дауалау шарттары тураһында һөйләне.
“Тыным ҡыҫыла башланы, температура күтәрелде, “Ашығыс ярҙам” менән ҡабул итеү бүлмәһенә килтерҙеләр, аҙаҡ Стәрлетамаҡ ковид-үҙәгенә оҙаттылар. Ике аҙна реанимацияла, 12 көн буйы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған килеш яттым. Үлем менән йәшәү араһында булдым. Табиптар минең өсөн көн-төн көрәште.Ҡул һынғанлыҡтан, ҡорһаҡҡа үҙаллы әйләнеп ята алмайым, медицина хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы кәрәк булды”, – ти Фәрзәнә Әхнәф ҡыҙы. Пенсионер реанимацияла ятҡанында балалары, ейәндәре тураһында борсолғанын, нисек тә булһа сирҙе еңеп сығырға тырышҡанын, ваҡытында вакцина яһатырға теләмәгәнен дә йәшермәй.
Үпкәһенең 70 проценты зарарланған була, ҡыҙы менән табиптар үҙҙәре бәйләнеш тота. Реанимациянан һуң дүрт кешелек палатаға күсерәләр. “Бында бөтә уңайлыҡтар бар: тумбочкалар, душ, табиптарҙы саҡырыу өсөн төймә, гигиена саралары – барыһы ла ныҡ уйланған. Бик яҡшы ашаталар, һурпалары һәр саҡ тәмле. Таныштарым араһында коронавирус менән ауырығандар булыуына ҡарамаҫтан, сирҙең был тиклем дә мәкерле булыуын, миңә ҡағылырын күҙ алдыма ла килтермәгәйнем. Госпиталдең бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!” – ти Фәрзәнә Сафина.
Ковид-үҙәк тәүге пациенттарҙы былтыр 21 декабрҙә ҡабул иткәйне. Койкалар һаны – 74, кәрәк булғанда 260 койкаға тиклем ҙурайтырға мөмкин. Бөтә тейешле ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған.
- Динә Арыҫланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-10-29/tabiptar-mine-s-n-k-r-shte-2565135