ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Октября 2021, 18:45

Әҙел ауылында яңы модулле ФАП ҡуйыла

Әҙел ауылында “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектының “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе зовеноһын модернизациялау” төбәк программаһы буйынса модулле ФАП ҡуйыу буйынса эштәр башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әҙел ауылында яңы модулле ФАП ҡуйылаӘҙел ауылында яңы модулле ФАП ҡуйыла
Әҙел ауылында яңы модулле ФАП ҡуйыла

ФАП --130, шул иҫәптән, 30 бала, хеҙмәткә яраҡлы йәштән олораҡ 26 кеше йәшәгән Әҙел ауылы халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Төҙөлөш эштәре подрядчигы “Профметалл” йәмғиәте.Улар беҙҙең районда беренсе ФАП-ты ғына ҡуймай, төҙөүселәр берҙәм, ойошҡан һәм сифатлы эшләйҙәр.

Сиратта Федоровка, Аҡнаҙар һәм Маҡанда модуль конструкцияларын монтажлау эштәре тора. Һәр объекттың хаҡы 3 млн. 200 мең һум.

ФАП-тарҙа инженер коммуникация селтәрҙәрен үткәреү, территорияны төҙөкләндереү һәм ҡоймалау эштәре муниципаль район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре финансы һәм көсө менән башҡарыла.

 

Автор:Марьям Имангулова