ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
29 Октябрь 2021, 06:22

Һаулыҡ һағында – ярты быуат

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип-терапевты Фирүзә Ғүмәр ҡыҙы Сәғәҙиева ярты быуат ғүмерен кеше һаулығына бағышлай. Уның хеҙмәт юлы 1971 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлағас Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында башлана.

Һаулыҡ һағында – ярты быуатҺаулыҡ һағында – ярты быуат
Һаулыҡ һағында – ярты быуат

Фирүзә Ғүмәр ҡыҙы Сәғәҙиева ярты быуат ғүмерен кеше һаулығына бағышлай. Уның хеҙмәт юлы 1971 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлағас Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында башлана. Башта балалар бүлегендә, һуңынан хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы була. Әйткәндәй, ул бала саҡтан уҡ медицина хеҙмәткәре булырға хыялланған: «Бәләкәй саҡта әсәйем йыш ауырый ине. Уның температураһын үлсәп, кәрәк саҡта дарыуҙар биреп, баға инек. Шуға был һөнәр үҙе мине һайланы тиергә мөмкиндер», – тине ул.

1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының “дауалау эше” бүлегенә уҡырға инә. Бер үк ваҡытта уҡыу осоронда баш ҡаланың Тимер юлы дауаханаһында терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Институтты тамамлағандан һуң йүнәлтеү буйынса Туймазы ҡалаһына эшкә ебәрелә. Бында 15 йыл дауамында терапевт булып эшләгәндән һуң, 2000 йылда тыуған районға ҡайта һәм дауахананың көндөҙгө бүлегендә, экспертиза буйынса баш табиптың урынбаҫары була. Әлеге ваҡытта – Аҡъяр ауылының бер нисә урамдарын, Атингән, Мәмбәт, Сәғит, Степной һәм Байғусҡар ауылдарын хеҙмәтләндергән участканың терапевы.

«Төп маҡсатыбыҙ – төрлө ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты, онкология сирҙәрен иҫкәртеү һәм асыҡлау, пациенттарҙы дауалау. Кәрәк булғанда уларҙы башҡа белгестәргә лә ебәрәбеҙ. График буйынса ауылдарға сығып та пациенттарҙы ҡабул итәбеҙ, диспансеризация һәм вакцинация уҙғарабыҙ. Беҙҙең коллектив татыу. Пандемия осоронда эшләүе ҡатмарлы һәм көсөргәнешлек булыуына ҡарамаҫтан, һәр береһе үҙ бурысын яуаплы үтәне», – ти Фирүзә Ғүмәр ҡыҙы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас